«Трезвое село — 2021»

 

 

 

 

 

 

 

 

 

#УфаМКБР#УфаРЦНТБР#Бурзянкультура#День_матери#Трезвоесело2021#Айыҡауыл2021#БҽҙҙҽңӨйҙөңЙәмҽ#ТимировскийСДК

Әсәләр – донъя ҡотон һаҡлаусылар
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, беҙҙең һөйөклө әсәйҙәребеҙ! Ысын йөрәктән һеҙҙе донъялағы иң матур байрам – Әсә көнө менән ҡотлайбыҙ!

Һәр быуын өсөн әсәй мөхәббәт һәм наҙлылыҡ өлгөһө, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы булып тора. Уның аша беҙ тормош менән танышабыҙ, тәүге һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ. Әсәнең һиҙгер йөрәге, күңел йылыһы яҙмыштың аяуһыҙ елдәренән, ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙан һаҡлай. Нәҡ ул беҙҙә матур, юғары кешелек сифаттарын тәрбиәләй, изге эштәргә фатихаһын бирә.Һеҙҙең иғтибарығыҙға «Әсәлек даны» исемле фотокүргәҙмә тәҡдим итәбеҙ

#УфаМКБР#УфаРЦНТБР#Бурзянкультура#День гармониста#Трезвоесело2021#Айыҡауыл2021#Тимирово

25 ноябрь-гармунсылар көнө.Ауылыбыҙҙың барлыҡ дәртле гармунсыларын гармунсылар көнө менән ҡотлайбыҙ.Һеҙгә һаулыҡ,оҙон ғүмер,ғаилә бәхете теләйбеҙ.Бармаҡтарығыҙ арымай-талмай дәртле ,күңелле көйҙәрҙе өҙҙөрөп яңғыратһын.Ошо уңайҙан,27-се ноябргә тиклем Уйна гармун,уйна исемле флешмоб тәҡдим итәбеҙ.

Тынмаһын моңло гармун!
“Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң?
Моң ҡайҙа һуң, әйт, урам?”
Ошондай бикле заманда йәшәп, үҙебеҙ ҙә моңһоҙға әйләнеп барабыҙ түгелме? Байрам кисәләрендә иң ҡәҙерле булған гармундар тынған.
Күңел тигәнең гармун тауышына һыуһай, үткәндәрҙә ҡалған танһыҡ моңдо эҙләй. Шөкөр, ауылыбыҙҙа әле лә бынамын тигән гармунсыларыбыҙ йәшәй: Сөләймән Баязитов, Йәмил Тимеров, Рәйхана Иҫәнғазина, Рәмзилә Аллабирҙина, Ләйсән Баймырҙина, һ.б. Тимәк, беҙҙең ауылда гармун моңо ла бар. Ысынлап та, йырҙарҙа йырланғанса, “ауылдарға моң таратырға гармундар кәрәк әле” тигәндәй, гармундарға моң бирерлек, ауылдарға ҡот өҫтәрлек, байрамдар кәрәк әле!

https://vk.com/video-117385247_456239181?list=13c60b74c1cd113ed8

https://vk.com/video-117385247_456239182?list=9c1301819cd08f4f13

#УфаМКБР#УфаРЦНТБР#Бурзянкультура#Всемирный день отказа от курения#Трезвоесело2021#Айыҡауыл2021#Тимирово

Тимер мәҙаниәт йортонда йаштәр менән «Тәмәкене ташлайым,кәнфит ашай башлайым » исемле әңгәмә үткәрелде..
Йәштәргә тәмәке тартыуҙың насар зыянлы яҡтары хакында һөйләп уттек.Библиотекарь Улмәҫбаева Гөлүзә Вәзир ҡыҙы әҙерләган,никотиндын зыяны хакындагы ҡыҫкаса ғына докладты тыңлагандан һуң дискотека үткәрелде.

#УфаМКБР#УфаРЦНТБР#Бурзянкультура#День студента#Трезвоесело2021#Айыҡауыл2021#Тимирово

Тимер мәҙаниат йортонда укыусылар һәм студенттар өсөн
«Мин студент «исемле ял кисәһе үтте.Ауылдын төрлө уҡыу йорттарында белем алған студенттар үҙәренен уҡыу йорто тураһында ҡыскаса һөйлап киттеләр.Бергәлап ҡыҙыҡлы уйындар уйнап иҫтәлеккә фотоға төштөләр.
Ауыл хәкимиәте башлығы Ҡолдобаев Фазыл Сәләхитдин улы студенттарҙы котлап уларга уҙенен изге теләктәрен еткерҙе.

#Айыҡ ауыл-2021#муниципальный этап Трезвое село-2021#д.Тимирово#

 

 

 

 

 

#УфаМКБР#УфаРЦНТБР#Бурзянкультура#Дети России-2021#Трезвоесело2021#Айыҡауыл2021#Тимирово

В рамках межведомственной комплексной оперативно-профилактической операции «Дети России-2021» 23 ноября 2021г. классные руководители провели беседы с обучающимися 5-9 классов на тему «Умей сказать: «Нет!». В целях формирования здорового образа жизни и профилактики наркомании и токсикомании в школе проводились беседы, круглые столы, анкетирование, показ видеороликов и презентаций. В группах родителей учащихся были распространены памятки: «Об ответственности за употребление и распространение наркотических средств»; «Признаки употребления наркотических средств ребенком».

#Всероссийская перепись населения_2021
#Перепись #Айыҡауыл_2021#Трезвоесело_2021#
Билдәле булыуынса, 15 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башланды. Был мөһим сара 14 ноябрҙә тамамланасаҡ.
Халыҡ иҫәбен  алыуҙа ҡатнашыу һәр кемебеҙҙең дә гражданлыҡ бурысы.
Әүҙем булайыҡ,ауылдаштар!
#Халыҡиҫәбеналыу
Тимер ауылында иҫәп алыусы Аллабирҙина Дилбәр Әхмәт ҡыҙына ошо яуаплы эшен матур итеп башҡарып сығыуын, эшендә уңыштар һәм еңеллек, ғаиләһенә шатлыҡ ҡыуаныстар һәм дә һаулыҡ теләйбеҙ.

#Айыҡауыл_2021#Трезвоесело_2021#
#Год_здоровья_ и_активного_доголетия
#Сәләмәтлекһәмәүҙемоҙонғүмерлелекйылы
#Бурзянкультура#Тимер мәҙаниәт йорто янында балалар өсөн «Бәхетле баласаҡ»исемле кунелле уйындар үтте.Балалар ике командага бүленеп төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнанылар.Йомаҡтар ярышы бик самле барҙы.Тимер мәҙаниат йорто хеҙматкәрҙаре ойошторган куңелле ял итеү балаларға бик тә оҡшаны.Аҙағынан тәмле күстәнәстәр алып бик ҡәнәғәт булып таралыштылар

#УфаМКРБ#УфаРЦНТРБ
#Айыҡауыл_2021#Трезвоесело_2021
#Международныйденьповара

Бөтә донъяла Ашнаҡсылар көнө бер көн алда – 20 октябрҙә билдәләнде. Халыҡ-ара дата 2004 йылда Бөтә донъя кулинарҙар йәмғиәте ассоциацияһының инициативаһы менән булдырыла. Был ойошма составына төрлө илдәрҙән һигеҙ миллион ашнаҡсы һөнәре вәкилдәре инә. Халыҡ-ара ашнаҡсылар көнө 70 илдә киң күләмле байрам сараһына әүерелгән.
🎀🎀Әлеге ваҡытта , тәмле аштары менән балаларҙы ҡыуандырган «Йәйғор»балалар баҡсаһы ашнаҡсыһы Иҫәнғазина Нәйлә Абдулхаҡ ҡыҙын һәм Тимер филиалы мәктәбе ашнаҡсыһы Баймырҙина Гөлназ Фирҡәт ҡыҙын һәм ошо тармаҡта эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандарҙы һөнәри байрамдары менән котлайбыҙ.Тәмлҽ ризыҡтарығыҙ мҽнән ҡыуандырып, рәхмәттәр ишҽтҽп дәртләнҽп эшләргә насип булһын!
🌺🌺Эшегеҙ уң ,аштарығыҙ тәмле, ризығығыҙ мул, бәрәкәтле, өҫтәлдәрегеҙ тулы булһын!!!Сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ!!! 🌺🌺

Иҫке Монасип урта мәктәбендә “Йыл ашнаҡсыһы” конкурсы үткәрелде. Районда тәүге тапҡыр үткәрелгән бәйгелә Иҫке Монасип, Нәби, Тимер мәктәбе, Иҫке Монасип балалар баҡсаһы, Яңы Монасип мәктәп-баҡсаһы ашнаҡсылары һынау тотто. Ошондай матур байрамды ойошторған мәктәп етәксеһе Данил Камил улы Ҡотлобаевҡа, ауыл биләмәһе башлығы Хәбир Мәһәҙей улы Йомағоловҡа һәм барлыҡ ауыл халҡына рәхмәтемде белдерәм. Артабан да шулай әүҙем һәм берҙәм булып, районыбыҙ үҫеше өсөн тырышып эшләргә яҙһын.

 

#Айыҡ ауыл-2021#муниципальный этап Трезвое село-2021#д.Тимирово#Субботники#

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

#Айыҡ ауыл-2021#муниципальный этап Трезвое село-2021#д.Тимирово#Ярмарка-2021#Көҙ байлыҡтары#

#Айыҡ ауыл-2021#муниципальный этап Трезвое село-2021#д.Тимирово#Ололар көнө##Йәш беҙҙең күңелдәр#Мәҙәниәт йорто алдында ололар көнөнә арналған «Йәш беҙҙең күңелдәр» исемле матур сара үтте. Ауыл хакимиәте башлығы Ф.С.Ҡолдобаев байрам менәнҡотлағандан һуң ауыл һәүәҫкәрҙәренең концерты ололарға байрам бүләге булды. В.Байрамғолованың, И.Аллабирҙиндың, ЛАллабирҙинаның, Л.Билалованың ,ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле башҡарған йырҙар байрамға йәм өҫтәне.Мәктәп уҡыусылары үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрҙе уҡытыусы М.Язағолова тапшырҙы. Сәй табыны артында һөйләшеп,ҡыҙыҡ . ,матур хәтирәләрҙе иҫкә төшөрҙөләр.Р.Исәнғазинаның гармунда уйнаған дәртле бейеү көйҙәренә ахрита һуҡтылар,80 йылдар музыкаһына бейеп тә алдылар.Халҡыбыҙҙың халыҡ уйыны Наказ ды ла уйнанылар,үҙҙәренең йәшлек йырҙарын да йырланылар.Ошо байрамды ойоштороусыларға,сәй табынын әҙерләүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп,ҡыуанып таралышты ололар.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

https://vk.com/video-199952354_456239021?list=085f883fd5f4a079d7

 

 

 

#Айыҡ ауыл-2021#муниципальный этап Трезвое село-2021#д.Тимирово#Зеленая Башкирия##Всероссийская акция#25 сентябрь көнө үткән «Йәшел Башҡортостан» акцияһында паркка ағас ултыртыу ваҡыты.Уҡытыусылар,ауыл хакимиәте,мәҙәниәт йорто.балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре,ҡатын-ҡыҙҙар Советы ағзалары,ауылыбыҙҙыңир-егеттәре бик әүҙем ағас ултыртыуҙа ҡатнаштылар.Акция 6 октябргә тиклем дауам итәсәк.Тирә-яҡты таҙартыу,ағас ултыртыу,йылға.шишмәләрҙең тирә-яҡтарын таҙартыу өмәләрендә әүҙем ҡатнашайыҡ ,ауылдаштар!

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

#Айыҡ ауыл-2021#муниципальный этап Трезвое село-2021#д.Тимирово#Праздник картофеля##Эй, тәмле лә бәрәңге#Тимер мәҙәниат йорто алдында «Эй тәмле лә бәрәнге «исемле ял кисәһе үтте. Рәүилә Баймырҙина килгән тамашасыларзы ин тәүҙә картуфтын килеп сыгыу тарихын һөйләп,картуфҡа бәйле бик күп ҡыҙыҡлы мәглүмат менән таныштырып утте.
Унган хужабикәләр картуфтан төрлө төрлө аш һыу әҙерләп алып килгәндәр.
Вәғиә Байрамғолованын бешерган өсмөйөштәре,картуф билмәне,Алсу Сатвалованын тултырылған картуфы,жюри тарафынан юғары баһаланды.
Шулай ук Рәйла Абдуллина бешерган картуф ҡоймағы,Илүзә Баймырҙинанын үзенсалекле итеп әҙерлаган картуфы,Гөлшат Байсуринанын мундирлы картуфыла үҙ баһаларын алды. Тамашасылар күңелле уйындар уйнап рәхәтләнеп ял итеп таралыштылар.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

#11сҽнтября#ВсҽроссийскийДҽньТрҽзвости#Тимиовскийфилиал#Айыҡ ауыл-2021#муниципальный этап Трезвое село-2021#д.Тимирово#

 

#Айыҡ ауыл-2021#муниципальный этап Трезвое село-2021#д.Тимирово#Осенняя Ярмарк##Көҙгө уңыш#Бөгөн «Көҙгө уңыш «тип аталған йәрминкә гөрләп үтеп китте.Көндөң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан һатыусылар ҙа,һатып алыусылар ҙа әүҙем генә йыйылды.Һатыласаҡ тауарҙарҙың ассортименты бай ғына ине.Кемдер тултырма,фарш һатһа.кемдер һөт ризыҡтары кемдер үҙҙәре үҫтергән һолоно һатып аҡса эшләне.Пирожки,өспошмаҡтар һә тигәнсе һатылып бөттө.Г.Фәйзуллинаның тоҙло ҡыярҙарын,өйрәк иттәрен ,А.Һатыбалованың өспошмағын,Л.Аллабирҙинаның
пирожкийҙарын,Г.Үлмәҫбаеваның тултырма,фарштарын халыҡ бик теләп һатып алды.Ҡыҫҡаһы һатыусылар һатып, һатып алыусылар һатып алып ҡыуанды.

 

 

 

 

 

 

 

 

Заявка на участии в муниципальном этапе  республиканского конкурса среди сельских населенных пунктов муниципального района Бурзянский район  Республики Башкортостан «Трезвое село -2021» 

Постановление №29-п от 21.09.2021 «Об участии в муниципальном этапе республиканского конкурса среди сельских населенных пунктов муниципального района Бурзянский район Республики Башкортостан «Трезвое село-2021»

План мероприятий по проведению конкурса «Трезвое село 2021» по сельскому поселению Тимировский сельсовет муниципального района Республики Башкортостан за 2021-2022 год