Фотоальбом

Бөгөн Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө.

ҺАБАНТУЙ — 2022

Күҙәмбәт яланы беҙҙе халҡыбыҙҙың матур, сағыу байрамдарының береһе – Һабантуйға йыйҙы. Быуаттар төпкөлөнән килгән был байрам рухи көс бирә, тыуған еребеҙ өсөн фиҙакәр хеҙмәт итеүсе ауыл эшсәндәренең хеҙмәтен данлай. Байрам барыһының да күңелдәрендә тик йылы тойғолар ҡалдырғандыр, тип ышанабыҙ. Һабантуйҙы ойоштороп, үткәреүҙә ярҙам иткән мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Рәүилә Сәйфулла ҡыҙына, Луиза Рәис ҡыҙына, Айһылыу Рауил ҡыҙына, Умырзая ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбле ҡыҙҙары Рәзинә, Сәүиә, Зәминә, Былбыл апайҙарға, тирмә короусы ир-егеттәргә парадта ҡатнашыусы мәктәп уҡытыусыларына һәм укыусыларга, бешеренеп биреүсе апайҙарға, хужалыҡ етәкселәренә, эшҡыуарҙарға, техника менән ярҙам итеүсе Инсаф Исмәғил улына, ауыл биләмәһе депутаттарына һәм барлыҡ тирмә ҡороу буйынса 3 урын яулауга алып килгән барлыҡ ауылдаштарга оло рәхмәт белдерәбеҙ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, шатлык-кыуаныстар, ижади уңыштар, ғаилә именлеге һәм барлыҡ изге теләктәр генә еткереп ҡалабыҙ. Һәр ваҡыт шулай берҙәм булып ҡалайыҡ.

«Беҙҙең Рәсәй» акцияһы

3 июнь көнө мәктәп стадионында 2 тапҡыр Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры Данис Ғөбәйҙуллин кубогына футбол ярышы үтте. Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе сараны шиғыр юлдары менән асып, һүҙҙе ауыл хакимиәте башлығы Фазыл Сәләхитдин улы Ҡолдобаевҡа бирҙе.Командаларҙы ҡотлап ярышҡа фатиха биргәс,физкультура уҡытыусыһы Рөстәм Азат улы ярыш тәртибе менән таныштырҙы.3 команда үҙ-ара көс һынашты.Кубокты ауылдың йәштәр командаһы яуланы.Мәктәп командаһы 2-се,уҡыусылар -3-сө урынға лайыҡ булдылар.Уҡыусылар командаһының шул тиклем сәмләнеп уйнауҙары һоҡланырлыҡ ине.Сәмиға Зәкир ҡыҙы ҡатнашыусыларға оло рәхмәттәрен еткерҙе.Ярышҡа Ырғыҙлы ауылынан Данис Тимерйән улының ҡустылары ла килгәйне.Илнар Зарипов Иң оҫта уйынсы исеменә лайыҡ булды.Филиә Рәхимйән ҡыҙы,Нурия Йәнғәле ҡыҙы балаларҙы тәмлекәстәр менән һыйланы. 2 тапҡыр Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры Данис Ғөбәйҙуллин кубогына футбол ярышын үткәреүгә ҙур өлөш индергән район Ветерандар советы етәксеһе Ғәлиев Олег Марс улына, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандар ойошмаһына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Киләсәктә барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар теләп ҡалабыҙ

Республикала һәм районда коронавирус ауырыуының киҫкенләшеүе арҡаһында,
Тимер ауылында Ковидка ҡаршы төркөм төҙөлдө. Бөгөн ауыл халҡына «ковид йоктороузан иҫкәрмәләр» таратып сыҡтык. Үҙебеҙҙе һәм якындарыбыҙҙы һаҡлайык, хәүеф аҫтына ҡуймай, барлыҡ һаҡланыу сараларын теүәл үтәйек ауылдаштар!!
Иҫән — һау булайыҡ🙏🙏🙏
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
          
 
Динар Ғайсин ауылыбыҙҙың иң дәртле,иң әүҙем егеттәребеҙҙең береһе.Ул мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ ауылдың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәне.Тырыш,ныҡыш Динар 7-се класты тамамлағас,Рәсәй Геройы А.В.Доставалов исемендәге башҡорт кадет мәктәбе уҡырға инә. Ишембайҙа кадеттар мәктәбендә уҡығанда ла республика кимәлендә үткән төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға ваҡыт таба ул.Кадеттар корпусын тамамлағас, М.Аҡмулла исемендәге педагогия институтына уҡырға инә.Дәртле егет бында ла һынатмай .»Ете ырыу.бейеү» , Наил Шәймәрҙәнов етәкселегендәге «Дарман» йыр .ансамбленә йөрөй.»Ете ырыу» бейеү ансамбле менән Ҡазан ҡалаһында үткән Волга буйы халыҡ-ара фестивалдә 4 йыл рәттән Гран-при яулайҙар,БГПУ-ның Арслан спорт клубында кикбоксинг менән шөғөлләнә.Республика чемпионатында ике тапҡыр 2-се урын яулай.Динар институтта уҡыған ваҡытта Төркиәнең Анталия ҡалаһында экускурсовод булып эшләп өлгөрә,икенсе юғары белемгә лә эйә була.Каникул ваҡыттарында ауылдаштарын дәртле бейеүҙәре.моңло йырҙары менән ҡыуандыра.2020 йылда «Йырсы ауыл» конкурсында 1-се урын яулай.Гитарала уйнарға ярата. Әлеге ваҡытта Динар Тыуған ил алдындағы бурысын үтәй.Унда ла төрлө ярыштарҙа үҙен һынап ҡарай.Призлы урындар яулай.Хеҙмәтен тамамлағас,уҡыуын БГПУ-ның
магистратураһында дауам итәсәк.Динарҙың маҡсаттарына, ,юғары үрҙәргә ирешеүен теләйбеҙ.Афарин,Динар!Шундай йәштәребеҙ менән ауылдаштарыбыҙ хаҡлы рәүештә ғорурлана.
       
 
Айзилә Баязитова Сибай педагогия колледжына 2017 йылда уҡырға инә.Уҡырға ингән йылы уҡ Н.Ә.Байегетов етәкләгән «Аҡйондоҙ» бейеү ансамблендә шөғөлләнә башлай.Ансамбль төрлө конкурстарҙа ҡатнаша,призлы урындар яулай. 2017 йылда «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсында 1 урын, «Студент яҙы»нда Гран-при яулайҙар. 2020 йылда йылда «Уңышҡа юл «исемле балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ойошторолған бейеү буйынса төбәк-ара конкурста 3 урын яулай.Йәнғәле Вәхитов призына үткәрелгән бейеүконкурстарында әүҙем ҡатнаша. Ауылдаштарын да дәртле.матур бейеүҙәре менән ҡыуандыра Айзилә Баязитова.Быйыл педагогия коллежын тамамлап.ҡулына «Техник-программист» дипломы алып сыҡты.Айзиләгә киләсәктә лә уңыштар,тик яҡшы теләктәребеҙҙе генә еткерәбеҙ.
   

#Беҙҙеңталантлы йәштәр#Тимермәҙәниәт йорто
Йәшлектең йәшнәр сағы.Был ысынлап та шулай.Ауылыбыҙҙың дәртле ,сәмле,тырыш йәштәре ауылда,районда ғына түгел-республикала,республиканан ситтә лә танылыу яулайҙар.Белем алыу менән бер рәттән,төрлө конкурстарҙа ҡатнашып еңеү яулайҙар.Шундай йәштәребеҙҙең береһе бөтә республиканы,районыбыҙҙы ҡыуандырған ауылдашыбыҙ — Нургизәр Ҡолдобаев.Ул Ворлдскиллс Рәсәй-2021 чемпионатында ҡатнашып алтын миҙал яулай.Нургизәр Ҡолдобаев Өфөлә медицина колледжында 3 курста белем ала.Нургизәр киләсәктә лә яңынан-яңы еңеүҙәр яулаһын.

 

«Минең ғәиләм» Фотокургәҙмәһе

   

   

 

«Таҙа йома -2021»

«Таҙа Ағиҙел -2021 «

  

изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән.
Бөтә донъя мосолмандары өсөн Ураҙа байрамы рухи таҙарыныуға, изгелеккә һәм ғәҙелеккә ынтылыуҙы һынландыра. Ул беҙҙең күңелдәребеҙгә бик яҡын, сөнки был айҙа һәр кемебеҙ тик яҡшылыҡтар эшләргә, ялған һөйләүҙән, бер-беребеҙҙе йәберләүҙән тыйылырға тырыштыҡ.
Ураҙа байрамы рухи берҙәмлегебеҙҙе арттырһын, барыбыҙға ла йән тыныслығы, көс-дәрт һәм илһам өҫтәһен. Йорттарығыҙға йылылыҡ, бәхет һәм иман нуры килтерһен! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм изгелектәр!
Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!

   

Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арнап ҡатын-ҡыҙҙар араһында волейбол ярышы ла үткәрелде.Йәрминкә гөрләп үтте.

  

7 май көнө стадионда традицияға ингән 2 тапҡыр Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ булған Данис Тимерйән улы Ғөбәйҙуллин исемендәге кубокка ауыл командалары араһында футбол ярышы үтте.Бөтәһе 3. команда ҡатнашты. «Мәктәп» ,»Аякс,» «Ливерпуль» командалары бик сәмле ярышты.2 тапҡырҠаһарманлыҡ ордены кавалеры Д.Т.Ғөбәйҙуллин исемендәге кубокты «Аякс» командаһы яуланы.2-се урынға «Ливерпуль»,3-сө урынға мәктәп командаһы лайыҡ булды.Данис Тимерйән улының әсәһе лә үҙенең изге теләктәрен еткерҙе.Егеттәргә афариндан башҡа һүҙ юҡ.

   

Бөйөк Еңеүгә-76 йыл.Ошо күркәм байрамға арнап,ауылда бик зур сара үтте.Байрам программаһы бик бай ине.Иң беренсе» Еңеү яҙы исемле митинг үтте.Байрамды тантаналы асҡандан һуң,ауыл хакимиәте башлығы Ф.С.Ҡолдобаев ауылдаштарына байрам ҡотлауҙарын еткерҙе.Район Советы депутаты А.Ш.Салауатов та үҙенең иң изге теләктәрен еткерҙе.Артабан мәктәп уҡыусылары монтаж менән сығыш яһаны.Тыуған ил азатлығы өсөн,киләсәк быуын өсөн ғүмерҙәрен аямай яу ҡырында һәләк булғандарҙы,,Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тылда эшләгәндәрҙе,яу яландарынан ҡайтып тыныс тормошта йәшәп был донъянан киткәндәрҙе хөрмәтләп иҫкә алдылар.Уҡыусыларҙың сығышын ауыл һәүәҫкәрҙәре дауам итте.Л.Мырҙағолова,Ю.Ғөбәйҙуллина,Д.Ғөбәйҙуллиналар башҡарған йырҙар,ҡыҙҙарҙың дәртле бейеүҙәре байрамға йәм өҫтәне.
.Р.Н.Мырҙағолова сараны күңелдәргә үтерлек итеп алып барҙы.

«Милли кейем-халыҡ мираҫы»

 

АКЦИЯ «ЗЕЛЕНАЯ БАШКИРИЯ»  19 сентября 2020 год

ТАҠТАТАШ АСЫЛДЫ

Фото материал о проделанной работе в рамках экологической акции «Чистая Агидель»- 2018 год

Сәскәләр байрамы — 9 сентябрь 2018 йыл

Ауылыбыҙҙын ағинәйҙәре

Ауылыбыҙҙын ин унған сәскә үҫтереүселәре.

Йыуаса байрамы  — 2018 г.

  

Ике тапҡыр Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланған Данис Гөбәйҙҙуллин исемендәге кубокка уйнатылған футболдан куренештәр — 25.05.2018 йыл

Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға

9 май — Енеу байрамы