Айыҡ байрамдан сәләмәт тормошҡа!

#трезвое село — 2019#
#Айыҡ ауыл — 2019#

Район мәҙәниәт һарайында «Айыҡ байрамдан-сәләмәт тормошҡа» район интернет -конкурсына йомғаҡлау тантанаһы үтте. Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙар советтары тарафынан иғлан ителгән был конкурс 1 ғинуарҙан 8 ғинуарға тиклем дауам итте. Конкурсанттар 8 көн буйына  көндәлек башҡарған эштәрен бәйән итеп, конкурс шарттарын теүәл башҡарып, намыҫлы һәм ғәҙел һынау тотто. Беҙ уларҙың фото һәм видеоотчеттары аша ғаилә татыулығына, ата-әсәй һәм бала ҡиммәттәренә, ир менән ҡатын мөхәббәтенә һоҡландыҡ. Шулай уҡ быуындар бәйләнешенә, йолалар дауам ителеүенә, һәләттәренә, эшһөйәрлегенә, дәртенә шаһит булдыҡ. Был конкурста йәш ғаиләләрҙең күп булыуы тағы ла һоҡландырҙы. Был ғаиләләр күптәребеҙ өсөн өлгө булып тора. Конкурста Тимер ауылы данын яҡлап Фәнил Һәм Миңзиә Бикмөхәмәтовтар ҡатнашты. «Беҙҙә айыҡ табын, күтәренке рух, ғаиләбеҙ спорт менән дә дуҫ»исемле маҡсатты девиз итеп алған Бикмөхәмәтовтарҙың сығышы барыһына ла оҡшаны.

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован.