Фәһемле осрашыу!

#Айыҡ ауыл 2019#

#Трезвое село 2019#

Тимер мәктәбендә 10 февраль көнө дин әһелдәре, ауыл имамдары менән осрашыу үтте. Улар  Ер йөҙөнөң нисек барлыҡҡа килгәнен, беҙҙең атабыҙ Әҙәм һәм әсәбеҙ Һауа тураһында бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле итеп һөйләнеләр.
Имам хатибтар уҡыусыларға иманлы булырға, тәртип башы – иман икәнен,бер-берегеҙгә яҡшы мөнәсәбәттә булырға бәйән иттеләр. Шулай уҡ халҡыбыҙҙың кәрәкле шәхесе булырға, үҙеңә ышаныс булдырырға, дөрөҫ юл һайларға, тыуған ерҙе һаҡларға, яратырға, бысратмаҫҡа,маҡсат ҡуйып йәшәргә өндәнеләр. Шулай үҙҙәренең сығыштарында эскелек, тәмәке тартыу, наркомания тураһында ла һөйләп үттеләр, бындай насар ғәҙәттәрҙән алыҫ торорға саҡырҙылар. Бик фәһемле, тәрбиәүи әңгәмә! Заманыбыҙҙың ауазы, һәр беребеҙгә  айыҡ, сәләмәт тормошҡа саҡырыу булып яңғыраны был әңгәмә, күңел төпкөлдәрендә ниндәйҙер бер ҡыл ҡыбырлағандыр тип уйлайым. Был фәһемле осрашыуҙар ҡабатланһын, беҙгә тағы ла күберәк белергә тигән ниәт менән киләһе осрашыуҙарҙы көтөп ҡалабыҙ. Артабан был осрашыу Тимер мәсетендә дауам итте.Осрашыуҙа шулай уҡ күп кешеләр ҡатнашлығында саралар үткәргән ваҡытта мәсеттәрҙә янғын хәүефһеҙлеге тураһында һүҙ алып барылды.

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован.