smart

Билдәле булыуынса, 15 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана. Был мөһим сара 14 ноябрҙә тамамланасаҡ. Пандемияға бәйле, халыҡ иҫәбен алыу бер нисә тапҡыр күсерелә килде.

Халыҡ иҫәбен алыу — билдәле ваҡытта илдә йәки илдең бер өлөшөндә йәшәгән барлыҡ халыҡ тураһында демографик, иҡтисади һәм социаль мәғлүмәт йыйыу, дөйөмләштереү, анализлау һәм нәшер итеү эшмәкәрлеге.

Иҫәп алыуҙа ҡатнашыу өсөн стационар участкаларға мөрәжәғәт итергә йә иһә иҫәп алыусыны өйҙә көтөргә кәрәк булыр. Бынан тыш “Дәүләт хеҙмәте” порталында электрон иҫәп алыу битен тултырырырға мөмкин – был осраҡта 8 ноябргә тиклем ҡатнашып ҡалыр кәрәк. Төпкөлдә йәшәүселәр өсөн иҫәп алыу 20 декабргә тиклем дауам итәсәк.

Иҫәп алыу ҡағыһы 33 һорауҙан тора. Унда йәште, милләтте һәм белемеңде күрһәтергә, республикала ниндәй социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу мөһимлеген дә билдәләргә мөмкин.

Тимер ауылында халыҡ иҫәбен алыу бурысы Аллабирҙина Дилбәр Әхмәт ҡыҙына йөкмәтелгән.

Халыҡ иҫәбен  алыуҙа ҡатнашыу һәр кемебеҙҙең дә гражданлыҡ бурысы. Әүҙемерәк булайыҡ!

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован.