Информации для населения

Министерством цифрового развития, связи и массовых коммуникаций Российской Федерации на портале Госуслуг в период с 12 октября по 12 ноября 2022 года проводится голосование за населенные пункты с численностью от 100 до 500 человек, которые планируется подключить к подвижной радиотелефонной связи и высокоскоростному мобильному Интернету 4G (LTE) в 2023 году. Для голосования пройдите по ссылку https://www.gosuslugi.ru/inet

2021 ЙЫЛДЫҢ БЕРЕНСЕ ЯРТЫ ЙЫЛЛЫҒЫНА МАТБУҒАТ БАҪМАЛАРЫНА ЯҘЫЛЫУ КАМПАНИЯҺЫ ДАУАМ ИТӘ.

 

Отлов бродячих собак, зачем это нужно?

Следует всегда помнить, что бездомные собаки, которые очень часто вызывают у нас невероятное чувство жалости и добрую симпатию, могут представлять собою серьезную опасность и даже угрозу для окружающих 😰

 

Процесс отлова бездомных собак необходим для полноценной жизнедеятельности общества и сохранения нормального состояния людей 😌

Он осуществляется, чтобы обезопасить нас от отрицательного воздействия и риска. И прежде всего, в этой категории риска значатся дети и люди в возрасте👵👶

 

🐶 Что делают с бездомными собаками? 🐶

 

Раньше собак отстреливали, сейчас умерщвлять животных запрещено 🚫 

Для отлова используют специальные палки с петлей или сетью 🕸

 

Такой способ ловли считается негуманным — вырываясь, собака легко может что-то себе повредить. Поэтому чаще ловят, предварительно «присыпляя» собак при помощи транквилизаторов 💤

Если ваш питомец гуляет «сам» или сбежал на прогулке, он тоже может стать «добычей» отлова 😢Потому что работы по отлову ведутся по зявкам граждан вне зависимости бывшедомашний это пес или бездомный по происхождению 🗒

Чтобы любимец не попал в приют, на собаке должен быть надет крепкий ошейник с адресником или ее можно чипировать 🐕

🤔 Что происходит с собакой после отлова? 🤔

 

После отлова животные направляются в специальные социальные приемники, где их должны вакцинировать, дать лекарства от глистов и обработать от блох 💊💉

Некоторое время собаки находятся в этих приемниках на карантине, чтобы убедиться в том, что животное здорово 😊

 

Дальше собак стерилизуют, чипируют и далее два варианта: собак либо размещают в приюты либо возвращают на место прежнего обитания. Затем начинается жизнь в приюте, некоторых животных пристраивают, некоторые так и проживают всю жизнь в приюте🏠

16.10.2020

Компьютер йәки кеҫә телефоны ярҙамында яҙылыу.

Яратып уҡыған гәзит-журналдарығыҙға, шул иҫәптән «Таң» гәзитенә, өйҙән сыҡмай ғына яҙылырға мөмкин. Компьютерҙан йәки кеҫә телефонығыҙҙан http://rbsmi.ru сайтына инеп, үҙегеҙ теләгән гәзит-журналға яҙыла алаһығыҙ.

Өс айға “Таң”гәзитенә яҙылыу хаҡы – 492,66  һум, алты айға – 985,32 һум. Гәзит почта аша киләсәк.

Ошонда уҡ (http://rbsmi.ru) гәзиттең электрон  вариантына ла яҙылырға була. Өс айға — 297 һум, алты айға — 594 һум.

Редакцияға килеп яҙылыу.

Район үҙәгендәге  ойошма-учреждениеларға илтеп биреү юлы менән:  алты айға – 624 һум, өс айға — 312 һум.

Әгәр һеҙ гәзитте редакциянан килеп алыу юлын һайлаһағыҙ, уның хаҡы алты айға 594 һум буласаҡ.

Гәзиткә яҙылырға ярҙам ит!

Ололарҙы, ата-әсәләрҙе хәстәрләп, уларҙың яратҡан баҫмаһы «Таң» гәзитенә яҙылырға ярҙам итеп йәки подписка бүләк итеп, районыбыҙҙың берҙән-бер башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаһын һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек, райондаштар!

АЛДЫНҒЫ ҺАУЫНСЫ БУЛҒАН УЛ

 
24.10.2020

Һауынсы һөнәрен данлаған замандар кире ҡайтмаҫ инде. Тимер ауылынан Миңниса Яубаҫарова 17 йәшлек кенә сағынан һыйыр һауыу эшенә тотона.

Әүәле бәғзе йәштәрҙе дим буйынса өйләндергәндәр. Ғәлиәкбәр ауылы ҡыҙы ла буласаҡ тормош иптәшен алдан күрмәгән дә, белмәгән дә. Әммә улар татыу ғаилә ҡоралар, һәйбәт йәшәйҙәр.

Тик тормош иптәше Ғәфүр, Миңниса инәйгә 40 йәш кенә булғанда был яҡты донъяларҙы ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә.
— 4 бала менән яңғыҙым ҡалдым. Ҡыҙым Розалия хәҙер Сибайҙа йәшәй, улдарым Вәсил, Ғәле ауылда, Вәкил улым мәрхүм булып ҡалды, — ти Миңниса инәй.
Ул бүтән тормошҡа сыҡмай. Донъя көтөү, балаларын аяҡҡа баҫтырыу, әлбиттә, бик ауырға төшә яңғыҙ ҡатынға.

— Ул ваҡытта атай-әсәйҙәрем үҙҙәре үк оло кешеләр ине. Шул саҡтарҙа үҙемде донъяла япа-яңғыҙ ҡалғандай тойҙом, — тип хәтерләй инәй.
-1966 йылдың көҙөндә Тимер фермаһына һауынсы булып эшкә төштөм. Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла. 25 баш һыйырҙы ҡул менән һауырға, ҡайһы саҡтарҙа хатта өсәр төркөмдө һауырға тура килә ине. Быҙауын тәрбиәләргә, аҙыҡ таратырға, аҫтын таҙартырға, йыуырға, йылғаға алып барып һуғарырға кәрәк. Уның араһында ат менән бесән ташышыу, уны һарай башына һалыу, төшөрөп, бүлешеп алыу һәм башҡа бөткөһөҙ эштәр. Көйәнтәләп быҡтырылған һаламды ташып һала инек, — ти Миңниса Яубаҫарова.
Көн дә таң һарыһынан эшенә ашыҡҡан егәрле һауынсы һәр саҡ алдынғылар рәтендә була, исеме колхоздың Почет таҡтаһынан төшмәй, маҡталып эшләй. Атҡаҙанған исеме лә бар инәйҙең.

Йәш саҡ бит, эшен емертеп эшләргә лә, береһенән-береһе бәләкәй балаларын да ҡарарға өлгөрә.
Фермала йөрөгән саҡтарын да бик әсенеп иҫкә ала ул.

— Һыуыҡтар төшһә, сыйҙым кисеп фермаға йүгерә инек. Итектәрҙең эсенә һыуыҡ һыу тула, фермаға барып еткәс, итектең эсенә йылы һыу ҡойоп, аяҡтарымды йылытып ала инем. Шунда өшөп, хәҙер аяҡтарым һыҙлай. Үпкәгә һалҡын тейеп, 4 ай дауаханала ятып сыҡтым. Яҙын Иҙел аша һалынған торба буйлап һөттө ағыҙҙылар. Һалсылар булған саҡта, шуларҙың кәмәһенә ултырып сыға инек. Шулай эш араһында донъя көттөм, балалар, малдар, тип онотолоп ғүмер иттем.

Ирем ферма мөдире булғанда, икенсе ауылдарҙан ҡыҙҙар йыйып килтерә ине, сөнки ауылдыҡылар фермаға атлығып торманылар. Ситтән килгәндәр өсөн йәшәү урындары, уңайлыҡтар булдырҙы. Ә беҙгә — ауыл кешеләренә, көн дә йылға аша ҡайтып йөрөргә кәрәк, өйҙә ваҡ балалар зарығып көтә, — ти Миңниса инәй.
Әле лә инәй 3 һыйыр, 3-4 баш ат көтә, 45 ҡаҙ алған. Ҡыҫҡаһы, эшкә өйрәнгән ҡулдары һаман да тик тормай. Улдары бесәнен эшләп бирә.

— Элек һөт аҙыҡтарын һатыуға сығара инем, ғинуар һыуыҡтарында ла йөрөлдө инде. Хәҙер туғандарға, балаларға бирәм, ара-тирә һатып та ебәрәм, — ти 34 йыл колхозда тир түккән әңгәмәсем.

Бына шулай, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡтың бер өлгөһө булған, һәр яңы көндән йәм табып, яҡындарына йән йылыһы бүләк итеп йәшәгән ябай ауыл ҡатынының егәрлелегенә, тырышлығына, уңғанлығына һоҡланмау мөмкин түгел.
Тормош ауырлығын күп татып, хеҙмәткә, тормошҡа булған һөйөүен һүрелтмәгән Миңниса инәйҙең күңел күге лә аяҙ, тыныс булһын ине!

Ә. ЮЛСУРИНА.

ТЫРЫШТАР БУЛДЫРА

19.10.2020

Ғаиләһен бәхетле итеү, етеш йәшәтеү өсөн бар тырышлығын һалғандар күп.
Тимер ауылынан үҙ көстәре менән өй төҙөп, матур тормош көтөүсе Фәнзил һәм Ильмира Алтынбаевтар ғаиләһе шундайҙар иҫәбендә. Бер яҡтан, улар – ауыл ерендә йәшәүсе ғәҙәти ғаилә. Икенсе яҡтан – тормошта үҙ урынын тапҡан, аҡыллы балалар үҫтереүсе һоҡланғыс парҙар.

Уларҙың мөхәббәт тарихтары ла үҙенсәлекле. Нәби ауылына өләсәһенә ҡунаҡҡа барған Фәнзил 13 йәшлек кенә Ильмираға ғашиҡ була. Шул ваҡыттан алып улар айырылмаҫ дуҫтарға әйләнә. Тиҙҙән уларҙың дуҫлыҡтары оло мөхәббәткә әүерелә. Ата-әсәйҙәренең фатихаларын алып, йәштәр өйләнешә.

Хәҙер улар өс балаға атай-әсәй. Эльвина – 3-сө, Алина 1-се класс уҡыусылары, ә бәләкәй Азаматҡа 2 йәш.
Ҡыҙҙары, бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡустыларын ҡарап, уйнатып, әсәйҙәренә өй эштәрендә ярҙамлашып үҫеп киләләр.

Йәшәп ятҡан бәләкәй өйҙәренә ҙур төкәтмә төкөтөп, йорттарын иркенәйтеп алғандар. Уның һәр мөйөшө ентекләп уйлап эшләнгән, ҡаласа уңайлыҡтар булдырылған.

-Был ҙур эштә атай-әсәйҙәребеҙҙең, туғандарыбыҙҙың ярҙамы күп булды. Әле лә уларҙың төплө кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, терәк-таяныстарын тойоп йәшәйбеҙ. Бөгөнгө көндә өйөбөҙҙө уңайлыраҡ, зауыҡлыраҡ итеү маҡсатынан эске биҙәү эштәре менән мәшғүлбеҙ, — тиҙәр йәштәр.

Дәрестәрен әҙерләп, уның араһында ҡул эштәре менән дә шөғөлләнгән балалар үҙҙәре үк был йортҡа йылылыҡ һәм яҡтылыҡ өҫтәй.
Һәр кешенең ҡайтып һыйынырлыҡ йылы усағы, тынысланып ял итер урыны булырға тейеш. Был йәһәттән ҡырҙа эшләп йөрөгән Фәнзилдең күңеле тыныс, сөнки һөйөклө балалары, уңған, хәстәрлекле ҡатыны көтөп тора.

Фәнзилдең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Урманда солоҡтары ла бар. Уларҙы ҡарарға ла көс, таһыллыҡ кәрәк.
Ильмира ла туҡтауһыҙ камиллыҡҡа ынтыла.

— Теген машинаһы һатып алдым. Төрлө туҡымаларҙан үҙемә, ғаиләмә кейемдәр тегәм, постель, тюль кеүек әйберҙәрҙе лә үҙем тегеп алдым, — ти һөймәлекле, мөләйем Ильмира.
Ул балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләй, әлеге ваҡытта декрет ялында.

Йәш ғаилә мал-тыуар аҫрай, баҡса үҫтерә, ғөмүмән, тырышып донъя көтә.

— Балаларыбыҙ – тормошобоҙҙоң йәме, уларҙы сәләмәт, бәхетле, яҡшы кешеләр итеп үҫтереү — беҙҙең бурысыбыҙ, — тиҙәр улар.
Ғаиләһендәге бәхеттең, мөхәббәттең ҡәҙерен белеп, бер-береһен һаҡлап, ихтирам итеп йәшәүсе Алтынбаевтар күптәргә өлгө.

Ә. ЮЛСУРИНА.
Действия

МӘМЕРЙӘЛӘР СЕР ҺАҠЛАЙ

 
03.10.2020

Беҙҙең Бөрйәндә, мәмерйәләр хаҡында һүҙ сыҡһа, иң беренсе, әлбиттә, Шүлгән-Таш мәмерйәһен телгә алабыҙ. Ләкин районда башҡа ваҡ мәмерйәләр ҙә байтаҡ.

Һарт яғындағы бер мәмерйәгә өсөнсө тапҡыр барҙым инде. Тәүгеһендә 8-се класта уҡығанда класыбыҙ менән барғайныҡ.

Ауылда башланғыстарҙы уҡытҡанда, балаларҙы Яуымбайҙағы Ташөйгә алып барҙым. 1984 йыл ине. Мишәр туҡталышынан Ҡурғашлыға тиклем бер машинаға ултырып барғанды иҫәпкә алмағанда, шул бәләкәй балалар менән йәйәү барып, йәйәү ҡайттыҡ. Нәби мәктәбе уҡыусылары, ҡурсаулыҡҡа китеп барышлай, Ташөйгә һуғылып, беҙгә иптәш булдылар.
Мәмерйәгә ике уҡыусы егет алып инде. Минең юлда батыр ғына барған уҡыусыларым, мәмерйәнең ауыҙын күреү менән, ҡайһыныһы, уй, аллаҡайым, тип, ҡайһыныһы илашып, һис ингеләре килмәне. Аптырап киттем, бушҡа килгәнбеҙ булып сыға түгелме… Ярай, тора торғас, ике малай инергә булдылар. Имгәкләп инеп киттек. Алдан ике ҙур малай, шунан минекеләр, иң арттан — мин. Бишебеҙгә ике фонарь. Ҡараңғыла имгәкләп барғас, күпме барғаныңды ла белеп булмай, шомло, бер тауыш юҡ. Бер малайым, боролайыҡ, тей башланы. Алдағылар, хәҙер барып етәбеҙ, тип йыуаталар. Әллә ней ҙур кәүҙәле булмаһам да, мин дә кирегә борола алмайым.

Ниһайәт, ҙур бер залға барып индек. Тороп, тирә-яҡты ҡарайбыҙ. Түшәме бейек кенә. Төптәрәк һыу йыйылып ята. Бүлмәләр өҫкә ҡарай артабан да китә, әммә башҡа барманыҡ.
Кире сыҡҡанда ҡурҡыныс булманы. Малайҙарымдың да түбәләре күккә тейҙе.

Һарт яғындағы был мәмерйәгә Йәмил Ҡотлобаев етәкселегендә 1991 йылда уҡыусыларҙы алып барғайныҡ. Башта шулай уҡ байтаҡ ҡына шыуышып бараһың унда ла. Унан ҙур бүлмәләр китә. Сталактиттар һәм сталакмиттар ҙа бар ине был эсе ҙур ғына мәмерйәлә. Музейҙа һаҡлана берәүһе — малайҙар һындырып алғандар. Таш майы, тип әйтә торғайныҡ уны.

Икенсеһендә бер үлгән һыйыр малы ята ине һәм ҙур ғына боҙо ла бар ине. Шуға «боҙло мәмерйә» тип исем ҡушҡайныҡ. Әле боҙо юҡ.

Былтыр Иҙелдән аҡҡанда, балаларым менән Тимер ауылы янындағы Кәмәсыҡҡандағы мәмерйәгә лә инеп сыҡтыҡ. Иң хайран иткәне — түшәмдәге ике күҙ булды.
Бына быйыл көҙ, 47 йылдан һуң, тәүге күргән мәмерйәгә ҡабат барырға насип булды. Өсөнсөгә. Инергә нишләптер баҙнат итмәнем, олоғайыу ғәләмәтелер.

Мәмерйәләр донъяһы — үҙе бер серле мөғжизә. Бөрйәнебеҙҙә бындай мөғжизәләр байтаҡ.

Нәсимә СӘҒИТОВА.

 

БӘХЕТТӘРЕН ЭШТӘ ТАБАЛАР

 
29.09.2020

Һауынсы йәки малсы булып эшләр өсөн мал йәнле булырға кәрәктер. Йән тартмаған эштә оҙаҡ йылдар эшләп булмай. Ә яратҡан эш ялҡытмай. Һүҙем Тимер ауылында тәүҙә “Ҡыҙыл таң”, аҙаҡ “Маяҡ” тип үҙгәртелгән колхозда оҙаҡ йылдар эшләгән Таһир Зиннәт улы менән Зифа Ғилметдин ҡыҙы Аллабирҙиндар тураһында.

-Яңы Собханғолда 8-се класты бөткәндән һуң, уҡырға ингән еремдән: “Белоретта ҡыйын, ауылды һағынам”, тип ҡайтып төштөм. 17 йәшемдә һыйыр һауа башланым, — тип башланы һүҙен Зифа Ғилметдин ҡыҙы.

— Минең төркөмдә 30 һауын һыйыры булды. Аҙаҡтан махсус һауыу аппараттары сыҡты ул, әммә ҡул менән һауып өйрәнгәс, йәнә, таҙа була, тип ҡул менән һауҙым.
Пландарым һәр ваҡыт үтәлеп барҙы. Элек һөттөң таҙалығы өсөн дә көрәшә торғайныҡ. Йәйләү Баймаҡ сигендә булды. Һөттө Темәскә тапшырҙылар. Сифаты насар, йә бысраҡ булһа, кире ҡайтара торғайнылар.

Фермала эшләгәндә күңелле ваҡыттар ҙа күп булды инде. Йәйләүҙәге хәлдәр тураһында һөйләһәң, үҙе бер тарих, ҡайһы саҡ һағынып иҫләп алабыҙ, — ти, йәш саҡтарын хәтерләп.

Зифа Ғилметдин ҡыҙының хеҙмәтен баһалап, ваҡытында наградалар ҙа бирәләр. Дәртләндереү маҡсатынан өс тапҡыр быҙау, магнитофон, сәй сервиздары менән бүләкләнә, премиянан да ҡалмай. 1-се, 2-се, 3-сө дәрәжә “Хеҙмәт алдынғыһы” тигән значоктар ҙа тағалар. Әммә маҡтау ҡағыҙҙарын һаҡлар кәрәк, тип уйламай, бер ваҡыт йыйып алып, мейескә яға. Значоктарҙы ҡыҙҙары тағып йөрөп, юғалтып бөтәләр.

— Һауынсы булып 10 йыл тирәһе, быҙау ҡараусы булып 19 йыл эшләнем. Флүрә апай Үлмәҫбаева быҙау ҡарау буйынса 6 йыл беренселекте бирмәне. Урын-еренә еткереп эшләмәһәң, быҙауҙарҙы үҫтереүе бик ауырға төшә, тип уларҙы дөрөҫ тәрбиәләргә миңә тап Флүрә апай өйрәтте, мең рәхмәтлемен уға.
Колхоз үткәргән йыйылыштарға әллә ни йөрөргә яратманым. Йәш саҡта шым, оялсан булдым, шуның арҡаһында йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып барманым. Өлгөлө эшсе, тип президиумға ултыртып ҡуйһалар, уңайһыҙлана инем. Бер мәл ул ваҡыттағы район башлығы Зарипов үҙе машина ебәртеп, алдырҙы. Районда иң беренсе булып беҙҙең колхоз тарҡатылды, — ти әңгәмәсем.

Буласаҡ тормош иптәше Таһир Аллабирҙин менән фермала танышалар. Заманында йәштәрҙең танышыу урыны шул ферма булғандыр инде. Ул армияға тиклем дә, аҙаҡ та көтөүсе була. Һауын һыйырҙарын көтә, башмаҡ ҡараусы булып тир түгә. Эшләү дәүерендә шулай уҡ төрлө баһаларға тәҡдим ителә. Таһир Зиннәт улына өлгөлө хеҙмәте өсөн бронза миҙал тапшыралар.

Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ғаиләләрендәге 11 бала араһында икенсе бала булғас, ҡусты-һеңлеләрен ҡарау ҙа уның яуаплылығында була. Заманында ҡустыһы Дамирҙы, көтөүсе булып эшкә төшкән еренән, сыбыртҡыһын ҡулынан тартып алып, исмаһам, һин уҡы, тип сығарып ебәргән кеше бит ул.
Хәҙер ул бәхетле ҡартлыҡ кисерә, үҙ яйына йөрөп ихатаһында мәж килә, тракторын ҡарай.

Аллабирҙиндар 5 бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығаралар. Миңлегөл Язағолова Тимер мәктәбендә — инглиз теле, Миңзәлә Рәхмәтуллина Иҫке Собханғол мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып уңышлы ғына эшләп йөрөйҙәр. Гөлзирә Арыҫланғужина Иҫке Собханғолда 1-се һанлы балалар баҡсаһында тәрбиәсе.

Уларҙың икешәр юғары белем алып, тормошта үҙ юлдарын табып, лайыҡлы эшләп йөрөүҙәрендә атай-әсәйҙәренең тырышлығы баһалап бөткөһөҙ.
Таһир Зиннәт улы үҙе лә, балаларын уҡытып бөткәс, 63 йәшендә дин буйынса юғары белем алыуға ирешә. Хәҙер ул ауылдағы мәсеттә имам-хатиб.
Улдары Ансар (мәрхүм) Чечняла хеҙмәт итеп ҡайта. Уның өс балаһы ҡалған. Килендәрен үҙ ҡыҙҙарындай күреп яратып, бик татыу аралашып йәшәйҙәр.
Илзирә Белоретта медицина колледжын тамамлағандан һуң, Өфөгә юллана. Әлеге ваҡытта стоматологик клиникала стажировка үтеп йөрөй.
Ҡыҙҙарының барыһы ла «тимер ат» йүгәнләгәндәр, килендәре лә машина йөрөтөү хоҡуғы алған.

-Йәмғеһе 16 ейән-ейәнсәрҙәребеҙ бар. Йүгереп йөрөп ярҙам итәләр, мал бикләшәләр, өй эштәренең барыһына ла өлгөрәләр, — тиҙәр икән, уларҙың бәхетле олатай һәм өләсәй булып ултырыуҙарына шик юҡ.

— Колхоз бөткәндән һуң, 15 йыл тирәһе КФХ тоттоҡ. Һыйыр малдары, аттар көттөк. Хәҙер үҙебеҙ өсөн 6 һауын һыйыры, тана, быҙауҙар, 3 баш атыбыҙ бар. Һөт продукттарын ҡайһы берҙә “Ҡыҙылташ” магазинына алып барабыҙ. Аҡты әрәм итергә тырышмайым, һәр төрлөһөн эшләйем.
Ауыл ерендә эшле булыу – үҙе үк оло бәхет инде. Үҫмер саҡтан ҡул менән һыйыр һауып, мал ҡарап өйрәнгәс, артыҡ ауырлығын тоймайбыҙ. Бесәнде лә техника ярҙамында эшләп алабыҙ, балалар ҙа ярҙам итеп торалар. Шөкөр, етеш йәшәйбеҙ. Эшләһәң — мохтажлыҡ булмай, кемдәндер көтөп ултырып булмай, — тиҙәр улар ихласлап.

– Ҡул бушап китһә, йөн иләп, ойоҡбаш, бейәләйҙәрен дә бәйләйем, — ти бөтмөр хужабикә.
Аллабирҙиндарҙың бергә йәшәүҙәренә быйыл 43 йыл.
-Бәхет сере – бере-береңде аңлап йәшәүҙә. Берең ҡыҙғанда, икенсең тынып торһа, бар-юғына сабырһыҙланмаһаң, шул етә, — тиҙәр улар, ғаилә татыулығының бер сере менән уртаҡлашып.

Ә. ЮЛСУРИНА.

 

СӘЛӘМӘТЛЕК ҺАҒЫНДА – 38 ЙЫЛ

 
26.09.2020

Бер хәл ныҡ иҫтә ҡалған. Бер апай бала табырға ауырый икән. Мин барғанда, эргәһендә ике әбей булышалар ине.

Иҫке Собханғолда тыуып-үҫһә лә, Тимер ауылы ҡыҙы ул Сәмиға — атаһы Баязитов Зәкир Хәлфетдин улы менән әсәһе Үлмәҫбаева Бибиямал Хәйбулла ҡыҙының ғаиләһендә 3-сө бала булып 1950 йылдың 24 сентябрендә донъяға килә. Улар Тимер ауылы кешеләре булһалар ҙа, эштәре район үҙәгендә булыу сәбәпле, шунда йәшәйҙәр.
Баш балалары малайҙар булғас, көтөп алған ҡыҙҙары тыуыуы атай кеше өсөн айырыуса ҙур шатлыҡ була.

1957 йылда ҡыҙ Иҫке Собханғол мәктәбенең 1-се рус класына уҡырға бара. Тәүҙә, уҡырға йәше етмәй, тип алмайҙар. Ләкин тырыш ҡыҙ һынатмай.
Сәмиға 3-сө класта уҡығанда атайҙары гүр эйәһе була.

-Атайым, яҡшы уҡырға тейешһең, ҡыҙым, тигәс, тырыштым. Мине интернатҡа урынлаштырҙылар ҙа, шунда оло-оло ҡыҙҙар менән йәшәнем, — тип хәтерләй ул мәлдәрҙе.
Атаһы мәрхүм булмаҫ элек Тимергә күсеп ҡайтҡайнылар инде. Өлкән кластарға етә башлағас, уҡытыусы булыу теләге көсәйә Сәмиғаның.

-1967 йылда уҡыуҙы бөткәс, Стәрлегә педагогия институтына барырға йыйындым. Бергә уйнап үҫкән Зәйтүнә, Мәймүнә, әйҙә, Сибайға киттек, бергә-бергә ҡайтып йөрөрбөҙ, тип өгөтләнеләр. Риза булып, имтихан биреп ҡарайым әле, тинем. Үткәнмен икән.
Бик яуаплы инде ул фельдшерҙың эше, яңылышаһың икән, кеше ышанысы юҡҡа сыға. Кешегә лә, үҙ-үҙеңә лә бик тә талапсан булыу кәрәк. Ҡайһы саҡ уҡытыусы булыу хыялын тормошҡа ашырыу уйы ла тыуып ала ине, әлбиттә.

Уҡытыусыларым артабан юғары белем алырға өндәһә лә, тыңламаным инде, эшләп, әсәйемә ярҙам итәйем, тип уйланым. 1970 йылдың февралендә уҡыуҙар бөттө, шул йылдың май айында эшкә урынлаштым. Ул ваҡытта уҡытыусылар ҙа, фельдшерҙар ҙа етешмәй ине.

Йылы ғына биналарҙа әҙер генә приборҙар, кәрәкле инструменттар менән эш башлау яҙманы инде ул саҡтарҙа беҙгә.
4х5 ҙурлыҡтағы бәләкәй генә, шыҡһыҙ ғына бина һыуыҡ. Мейестәре лә йүнле сығарылмаған, щприц ҡайнатырға ла уңайлыҡтар юҡ. Мейескә утынды үҙең хәстәрләйһең. Тәүҙәрәк иҙән йыуыусы ла булманы, әсәйем ярҙамлашты. Ул ваҡытта ауылда техника һанаулы ғына, ауылдан район үҙәгенә — 27, оло юлға тиклем 8-9 саҡырым. Юлдар юҡ, телефон бәйләнеше юҡ. “Ҡыҙыл таң” колхозы идараһы икенсе ауылда. Ҡайһы саҡ йоҡлай алмай борсолоп ята инем — ауылда берәйһенә бер-бер хәл булһа, нимә эшләргә… Һауа торошоноң да төрлө сағы була: ҡар, ямғыр, буран… Машина ла юҡ.

Төрлө саҡтар булды, үҙ-үҙемә ышанысым ғына ярҙам итте. Машина һорап, колхоз етәкселәре менән эш өсөн һүҙгә лә килешеп китә инек.
Бер мәл район үҙәгендә райсовет алдында Сәфәрғәлин Ғилман ағай осраны. Сәмиға, машина һора, машина күп бында, тип йылмая. Ул ваҡытта колхоз рәйесе булып эшләгәненән һуң районға етәксе итеп тәғәйенләнгән сағы ине.

Элек һорап торманылар, өсәр айға Өфөгә белемеңде камиллаштырырға ла ебәрәләр ине. 1-се категориялы фельдшер, 1-се категориялы акушер белешмәләрем бар.
Йыл да донорҙар көнө үтә ине. Халыҡты күпләп йәлеп итеп, күп итеп ҡан тапшырып, ҡиммәтле бүләктәр, грамоталар ала ине беҙҙең участок.
Оҙаҡ йылдар бер урында эшләгәс, һәр баланың, кешенең һаулығы күҙ алдында булды.

Бер хәл ныҡ иҫтә ҡалған. Бер апай бала табырға ауырый икән. Мин барғанда, эргәһендә ике әбей булышалар ине. Миңә, йәш кеше, тип әйтмәгәндәр. Алданыраҡ әйтмәгәнегеҙ, тип асыуланғайным, икеһе лә юҡ булдылар. Бала тыуған, кендеген ҡырҡҡандар. Әсә кеше күп ҡан юғалтҡан, хәле мөшкөл. Тейешле уколдарҙы эшләнем, эргәһенән китмәй дауаланым — бер аҙна эргәһендә йоҡлап йөрөнөм. Дауаханаға барманы. Аллаға шөкөр, шәбәйеп киттеләр, әсә лә, бала ла иҫән-һауҙар. Рәхмәттәр әйтеп бөтә алманылар, — тип хәтирәләргә лә бирелеп алды ғүмерен ауылдаштарының сәләмәтлегенә бағышлаған Сәмиға.

— Байтаҡ йылдар эшләгәнһең, 38 йыл ярым булған, юғары наградаларың да булғандыр, — тием.
— Юҡ, ниндәй награда?! Мин тура һүҙле кеше бит, ялағайлыҡты белмәнем. Тура әйткән — туғанына ярамаған.

Шөкөр, үлем осраҡтарына юл ҡуйманым. Кешенең рәхмәте, хөрмәте, кеше араһындағы абруйым – шул миңә награда, — ти ул. Ауыл, район Советына депутат итеп һайланыуы ла кешенең уға ышаныс белдереүе, ихтирамы билдәһе, әлбиттә.

Уҡытыусы Ғөбәйҙуллин Тимерйән Муллаәхмәт улы менән өс улға, бер ҡыҙға ғүмер бирәләр. Даян – химия-биология уҡытыусыһы, Дамир физика-математика уҡытыусыһы, Аҡсәсәк – балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, Данис физкультура техникумын, БДУ-ның юридик факультетын тамамлай. Данис Чечен Республикаһында хеҙмәт итеп, ике “Ҡаһарманлыҡ” ордены менән наградлана. Атайҙары Тимерйән, улдары Дамир, Данис был яҡты донъяларҙы ҡалдырып, мәңгелек йортҡа күскәндәр инде, ҡыҙғанысҡа ҡаршы…
Олоғайған көнөндә балалар ҡыуанысында, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, уларҙың шатлыҡтарына ҡыуанып, барына шөкөр итеп йәшәргә яҙһын ғүмерен изге бурысҡа бағышлаған ауылдашыбыҙға.

Сәйҙә ЙОМАҒУЖИНА.

БАЛАЛЫ ӨЙ – ЙӘМЛЕ ӨЙ

 
25.09.2020

Ҡылысбай менән Гөлназ Алтыншиндар Тимер ауылының иң күп балалы ғаиләләренән һанала.
Был ишле ғаиләлә алты малай, ынйы бөртөгөндәй берҙән-бер ҡыҙ бала – Ынйы үҫә.

Уға әле бер генә йәш. Кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан, ата-әсәһенең, ағайҙарының иң ҙур ҡыуанысы ул.

Оло улдары Урал Учалы сәнғәт колледжының бейеү бүлегендә уҡый. “Ләйсән” бейеү ансамблендә шөғөлләнгән егет коллективы менән “Байыҡ” конкурсында ҡатнашып, финалға үткән. 3-сө курс студенты уҡып та, эшләп тә йөрөй.

Икенсе улдары Алмаз 9-сы синыфты тамамлаған. Физик мөмкинлеге сикле булһа ла, спорт менән дуҫ. Көн дә Ағиҙел буйында ҡуйылған турникта шөғөлләнә, аяҡтарына көс төшөрә алмаһа ла, ҡулдары менән алдыра бирешмәҫ егет. Турникта 16 тапҡыр күтәрелә. Янындағы иптәштәре уның уңышына бергәләшеп ҡыуаналар.
4-се класс уҡыусыһы Динислам атаһының иң төп ярҙамсыһы, уң ҡулы. Техника менән бик яҡшы аралаша, утын, бесән эшендә лә гел янында була.

Динар – өсөнсө класҡа, Данис беренсегә барған. Дим балалар баҡсаһына йөрөй, уға 5 йәш. Ҡулдарынан эш килерҙәй шуҡ малайҙар һеңлеләрен дә ҡарайҙар, үҙ-ара шаярышып та өлгөрәләр. Ынйы ағайҙарын мәктәптән һағынып көтөп ала, тегеләре лә һеңлеләре менән мәз киләләр.

— Балаларыбыҙ – тормошобоҙ биҙәге. Тәрбиәгә килгәндә, малайҙарға әҙерәк ҡатыраҡ булыу кәрәктер. Атаһын нығыраҡ тыңлайҙар, — ти Гөлназ.
Күмәк балалар үҫкән ғаиләләрҙә күҙәтелгәнсә, балалар үҙ-ара татыу, дуҫ. Әлбиттә, күп баланың ваҡ-төйәк өсөн талашып алыуҙары ла булмай тормай. Әммә шулай ҙа Алтыншиндар зарланып ултырмайҙар, балалары етеш йәшәһен, бәхетле булһын өсөн бар тырышлыҡтарын һалалар.

Ҡылысбай ике йыл элек КФХ асып, эшен йәнләндергән. Ат, һыйыр, һарыҡ малдары көтәләр. Күркә, ҡаҙ, өйрәк, тауыҡты ла күпләп тоталар.
Исеме үк әйтеп тороуынса, Гөлназ гөл ярата. Яңы өйҙәрендә иркенләп матур-матур гөлдәр үҫтерергә хыял итә ул. Әлеге өйҙәрендә урын самалы, шуға артыҡ үрсетә алмауына эсе бошоңҡорай.

— Әле ҡул эштәре менән ултырырға ваҡытым етеңкерәмәй, Дим улым бәләкәй саҡта төндәрен ултырып эшләй инем, — ти Гөлназ.
Өлгөр ҡатын селтәрҙәрен дә эшләгән, гәзиттән үреп яһалған кәрзиндәре, өҫтәлдәре өй эсендә әле лә ҡулланыуҙа йөрөй. Күбеһен бүләккә таратып бөткән.
Хөкүмәттән ярҙам алып, Алтыншиндар 16х10 ҙурлығында яңы өй һалғандар, быйыл сығырға самалауҙары.

— Түҙемһеҙләнеп, тиҙерәк эшләп бөтәйек, тип тырышабыҙ инде. Балаларыбыҙҙың һәр береһенең үҙ урыны булһын, тип алты тахтаға заказ биргәнбеҙ. Кредитҡа яңы 7 урынлыҡ машина алдыҡ. Алла бирһә, балаларҙы Абҙаҡҡа алып барып килергә тип уйлап йөрөйбөҙ, — ти балаларынан күҙ ҙә алмай, һәр береһен ҡарап, хәрәкәттәрен күҙәтеп ултырыусы ата-әсә.

Балалы йорт – нурлы йорт. Шул нурҙы һүрелдермәй, бәләкәстәрен иҫән-һау аяҡҡа баҫтырып, оло тормош юлына сығарырға яҙһын уларға. Балалары иһә һәр яҡтан да килгән, уңған, яҡшы кешеләр булып үҫһендәр тигән теләктә ҡалабыҙ.

Ә. ЮЛСУРИНА.

ППМИ