Кәкүк сәйе

15 июнь көнө Тимер ауылында Кәкүк сәйе йолаһы үткәрелде.Ғөмүмән,Кәкүк сәйе-борондан килгән йола.Кәкүк башҡорт мифологияһында изге ҡош,шулай уҡ шомло,бәләле ҡош булып һаналған.Уны ризалаштырыу өсөн Кәкүк сәйе йолаһын үткәргәндәр.Беҙҙә лә, борондан килгән башҡорт йолаларын тергеҙеү, һаҡлау маҡсатында йыл да ошо Кәкүк сәйе йолаһы үткәрелә.Быйыл да ҡатын -ҡыҙ,бала — саға йыйылышып Кәмә сығышы туғайына сыҡты.Унда төрлө уйындар,ярыштар ойошторолдо. Традицияны һаҡлап,оло апайҙар тары бутҡаһы бешереп,тәм — томдар менән сәй эсерҙеләр.Байрам уңайынан шәхси эшҡыуар Н.Алтынбаев исеменән ҡатыны А.Алтынбаева балаларҙы тәмле туңдырма менән һыйланы.Шулай итеп,байрам күңелле үтте.Ә артып ҡалған бутҡанан ҡош — ҡорттарға ла өлөш сығарҙыҡ.

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован.