ТИМЕРҘӘР СЕРТИФИКАТ АЛҒАН!
Һөйөнсө, дуҫтар! Кисә Өфөлә “Айыҡ ауыл” конкурсы финалистары билдәләнде. Беҙҙең райондың Тимер ауылы финалға үтеп, 25 мең һумлыҡ сертификат алған.
-Конкурсты ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға һәм интернет аша тауыш биреүҙә ҡатнашыусы райондаштарға рәхмәтемде белдерәм. Киләсәктә лә берҙәм булайыҡ, “Айыҡ ауыл – 2020” конкурсында ла ҡатнашырбыҙ тип ышанам, — тип яҙған район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов үҙенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә.
Тимерҙәрҙе ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ. Матур өлгөгә эйәрәйек, райондаштар!