Тимер ауыл мәҙәниәт йортонда,балалар менән әкиәт иленә сәйәхәт яһаныҡ

10 июнь көнө 4 йәштән 9 йәшкә тиклемге һәр бер бала үҙенә оҡшаған әкиәтте яттан һөйләп ишеттерҙе.Иң ҡыуандырғаны,уларҙың барыһы ла башҡорт халыҡ әкиәтен һайлауҙары ине.Барыһы ла бик матур сығыш яһаны.Ә шулай ҙа, баһалама ағзаһы иң — иңдәрҙе билдәләп үтергә булды.1 урынды, әкиәт геройҙары образына инеп,уларҙы бар һәләте менән асып күрһәтеп,килештереп һөйләүсебеҙ, 1 класс уҡыусыһы Тимерова Гөлнур һәм Баймурзин Сынбулат яулаһа, 2-се урынды иһә, 2 класс уҡыусыһы Үлмәҫбаева Юлиә менән ситтән килгән ҡунағыбыҙ Иҫәнғазина Азалия бүлеште.Ә өсәнсө урынға Аллабирҙин Ислам һәм Үлмәҫбаев Айбулат сыҡты .Балаларҙың , саф башҡорт телендә, башҡорт халыҡ әкиәтен сатнатып һөйләп тороуҙары, бигерәк тә ҡыуандырҙы.Конкурста ҡатнашҡан һәр бер бала иҫтәлеккә бүләк алып,ҡыуанышып таралыштылар.Артабан да уларға уңыштар һәм яңы — яңы үрҙәргә ынтылыуҙарын теләп ҡалайыҡ.

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован.