Тимер ауыл мәҙәниәт йортонда «»Ағы барҙың-туғы бар» тип исемләнгән ҡорот байрамы үтте.Байрамға күп кенә ҡорот эшләүсе оҫталар йыйылды.»Әхирәттәр» фольклор ансамбле уларҙы йыр менән сәләмләне.Ҡороттоң ниндәй генәһе юҡ ине байрамда.Иң оло ҡатнашыусыбыҙ 83 йәшлек Хәмиҙә Буранова үҙе генә 9 төрлө ҡорот әҙерләп алып килгән ине.Ул ҡорот эшләү серҙәре менән бүлеште.Рәмилә Тимерова алып килгән ҡороттар ҙа күп төрлөлөгө менән айырылып торҙо.Ыҫланған.ҡоротто бигерәк тә оҡшатты тамашасылар. Хаҡлы рәүештә Хәмиҙә Буранова менән Рәмилә Тимерова юғары баһаға лайыҡ булдылар. Фәүзиә Баәмырҙина,Зәминә Баязитова.Гөлемеш Фәзуллина.Роза Үлмәҫбаеваларҙың ҡороттары ла ғәҙел баһа алдылар.Ҡорот байрамы бик матур үтеп китте.

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован.