Йыйылыш үтте.

15 ноябрь көнө Тимер ауыл мәҙәниәт йортонда урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыу программаһы сиктәрендә ауыл халҡы йыйылышы үтте. Йыйылышты  ауыл хакимиәте башлығы Ҡолдобаев Фазыл Сәләхетдин улы асып ебәрҙе, ауылда Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса башҡарылған эштәрҙе һанап үтте. Халыҡ артабан да был программала ҡатнашырғамы,  тигән һорауға тауыш биреп, берҙәм ҡарарға килде — ҡатнашырға, файҙаһын күрергә. Урамдарҙы яҡтыртыу проблемаһы күтәрелде. Халыҡты борсоған башҡа тәҡдимдәр ҙә еткерелде йыйылышта. Шулайҙа, халыҡ дәррәү тауыш менән урамдарҙы яҡтыртыу тигән уртаҡ ҡарарға килде.

Шулай уҡ инициатив төркөм һайланды. Уларға документтар пакетын әҙерләү, конкурста еңеп сыҡҡан осраҡта аҡса йыйыу менән шөғөлләнеү бурысы тора.

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован.