#Айыҡ ауыл — 2019#

#Трезвое село- 2019#

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ өсөн мәҙәниәт йортонда төрлө саралар,конкурстар үтеп тора.Ошо көндәрҙә улар өсөн Ҡоймаҡ байрамы үткәрелде.Билдәләнгән ваҡытҡа ҡатын-ҡыҙҙар тәмле-тәмле ҡоймаҡтарын тотоп мәҙәниәт йортона йыйылды.Ауыл һәүәҫкәрҙәренең концерт номерҙарынан һуң, жюри ағзалары ҡоймаҡ ҡойоусыларҙың иң-иңдәрен билдәләне.Ҡоймаҡ төрҙәренең күп төрлө булыуы еңеуселәрҙе билдәләүҙә ҡыйынлыҡ та тыуҙырҙы.Ҡоймаҡты тарынан, манный ярмаһынан, картуфтан, ҡабаҡтан, бауырҙан һәм башҡа төр аҙыҡтан ҡойған егәрле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ.Ҡатнашыусылар шул тиклем күп булғас, еңеүселәр өс төркөмгә бүленеп билдәләнде.Иң оло ҡатнашыусыларыбыҙ Х.Буранова, Ф.Баймырҙина, Г.Байсурина.Г.Исәнғазина, Р.Аллабирҙиналарҙың ҡоймаҡтары тейешле баһа алды.Йәштәрҙә ҡалышманы.Халыҡ уйындары уйнап,бейеп, тәмле сәйҙәр эсеп таралышты ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ.

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован.