«Быйма «байрамы

#трезвое село — 2019#
#Айыҡ ауыл — 2019#

Йылы быймамды кейеп
Килдем әле клубҡа.
Ауылыбыҙ гөрләп тора,
Байрамдар китте хутҡа,-тип башланып китте мәҙәниәт йорто алдындағы быйма байрамы.Өҫтәлдә самауыр борхоп ҡайнай,күңелле музыка яңғырай.Быймаларын матур итеп биҙәгән бәйгеселәр,быймаларын яҡлап таҡмаҡтарын да әйттеләр,дер һелкетеп бейеп тә алдылар.Балалар ҙа быймаларын бик матур биҙәгәндәр ине.Жюри хаҡлы рәүештә 1-се урынды Айһылыу Алтынбаеваға,2-се урын Фәрҙиә Алтыншинаға,3-ө урын Нәсимә Алтыншинаға бирелде.Ҡалған ҡатнашыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.Төрлө ярыштар үткәрелде,сәй табыны ойошторолдо.

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован.