2 ғинуар көнө мәҙәниәт йорто алдында Самауыр байрамы үткәрелде.Байрамса биҙәлгән урынғаҡатын-ҡыҙҙар дәррәү йыйылды.Өҫтәлдәрҙә борҡоп самауырҙар ҡайнай,тәм-томдар ҡуйылған.Мәҙәниәт йортоноң эштәр буйынса белгесе Р.Баймырҙина байрамды асып,самауыр тарихы менән таныштырҙы.В.Байрамғолова йыр бүләк итте.Байрамда ҡатнашыусылар үҙҙәренең самауырҙарының тарихы менән таныштырҙы.:62 йыл элек алын4ан самауыр иң олоһо булып сыҡты.Уның хужабикәһе В.Байрамғолова.Ә М.Язағолова ҡәйнәһенән мираҫ булып ҡалған самауырын киләсәктә ҡәйнәһе кеүек буласаҡ килененә ҡалдырасаҡ.70-80 йәшлек инәйҙәребеҙ ҙә бик теләп ҡатнашты.Самауырҙарын да алып килгәндәр ,таҡмағын да әйттеләр.Улар өсөн төрлө ярыштар үткәрелде.Тәмле сәй эсеп,мәҙәниәт йорто алдын геү итеп таралышты улар.

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован.