Ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙары өсөн Оҫта ҡулдар исемле ял кисәһе үтте.Уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәренең ҡул эштәрен дә алып килгәйнеләр.Барыһын да Айһылыу Алтынбаеваның ҡул эштәре хайран итте.Бәйләнгән әйберҙәрҙең ниндәйе генә юҡ.Ойоҡтар,кофталар,шапкалар,ә бәйләнгән күлдәге иҫ китмәле.Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан Фәрҙиә апай Алтыншинаның ҡул эштәре бик матур ине.Тамара Баймырҙина,Нәсимә Алтыншиналарҙың да ҡул эштәре бик күп ине.Ошо әйберҙәрҙән күргәҙмә ойошторолдо.Һуңынан сәй эсеп, бәйләү серҙәрен уртаҡлашып ҡайттылар.

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован.