«Айыҡ байрамдан — сәләмәт тормошҡа» девизы аҫтында үткәрелгән «Йөрәк һүҙе» конкурсы

#трезвое село — 2019#
#Айыҡ ауыл — 2019#
«Айныҡ байрамдан сәләмәт тормошҡа» девизы аҫтында Байназар ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы 15 февраль көнө Байназар ауылы мәҙәниәт йортонда район күләмендә “Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ» темаһына “Йөрәк һүҙе” конкурсы үткәрҙе. 11 ауылдан бөтәһе 20 конкурсант ҡатнашты. Тамашасылар уларҙың сығышынан донъя мәшәҡәттәрен онотоп, моңға, мөхәббәткә, наҙлы йылы һүҙгә һыуһаған күңелдәренең танһығын ҡандырып, мөхәббәтле тормошҡа илһам, дәрт алып ҡайттылар. Барлыҡ конкурсанттар ҙа темаға ярашлы шиғыр һайлағандар: татыу, матур ғаиләләре, бер-береһенә тоғролоғо тураһында, һөйгән йәрҙәренә, балаларына арнап үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын ятланылар. Ғаиләләре менән ҡатнашыусыларҙың сығышын айырым билдәләп киткем килә.Шәмсетдинова Фәилә ҡыҙҙары Нәсимә һәм Нурсилә менән /Нәби/,Ҡарамышева Нәркәс 2 ҡыҙы,улы менән /Әбделмәмбәт/,Үлмәҫбаева Роза ҡыҙы Диана менән /Тимер/, Әнисә Фәтҡуллина ҡыҙҙары менән. Быуындар бәйләнешен күрһәткән һәм бер-береһенә булған һөйөү, ихтирам һүҙҙәрен еткереүселәр Мәһәҙейҙән Ишимова Сәрүәр апай, ҡыҙы Тәслимә, Тәслимәнең ҡыҙы Уралиәнең, Мораҙымдан ағинәй Рәйлә Тимерғәлинаның ҡатнашыуы тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы. Шиғырҙарҙың күңел ҡылдарын тибрәтерлеге лә, йыуатырлығы ла, шатландырырлығы ла булды. Байназар, Әбделмәмбәт һәм Тимер ауылдары хакимиәттәре башлыҡтарына, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларына йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткереп, барыһына ла һаулыҡ, оҙон ғүмер, эштәренең уң булыуын теләйбеҙ!

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован.