ХӨРМӘТЛЕ АУЫЛДАШТАР!!!

31-се ғинуар 16 сәғәттә ауыл мәҙәниәт йортонда отчет йыйылышы үтә.

КӨН ТӘРТИБЕ:

1. Тимер ауыл Советының һәм хакимиәтенең йыллыҡ отчеты

2. Район Советының һәм хакимиәтенең йыллыҡ отчеты

3.Сығыштар, һорауҙар

Ауыл халҡының әүҙем ҡатнашыуы һорала. Ситтә ҡалмағыҙ!

 

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

Айыҡ байрамдан сәләмәт тормошҡа!

#трезвое село — 2019#
#Айыҡ ауыл — 2019#

Район мәҙәниәт һарайында «Айыҡ байрамдан-сәләмәт тормошҡа» район интернет -конкурсына йомғаҡлау тантанаһы үтте. Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙар советтары тарафынан иғлан ителгән был конкурс 1 ғинуарҙан 8 ғинуарға тиклем дауам итте. Конкурсанттар 8 көн буйына  көндәлек башҡарған эштәрен бәйән итеп, конкурс шарттарын теүәл башҡарып, намыҫлы һәм ғәҙел һынау тотто. Беҙ уларҙың фото һәм видеоотчеттары аша ғаилә татыулығына, ата-әсәй һәм бала ҡиммәттәренә, ир менән ҡатын мөхәббәтенә һоҡландыҡ. Шулай уҡ быуындар бәйләнешенә, йолалар дауам ителеүенә, һәләттәренә, эшһөйәрлегенә, дәртенә шаһит булдыҡ. Был конкурста йәш ғаиләләрҙең күп булыуы тағы ла һоҡландырҙы. Был ғаиләләр күптәребеҙ өсөн өлгө булып тора. Конкурста Тимер ауылы данын яҡлап Фәнил Һәм Миңзиә Бикмөхәмәтовтар ҡатнашты. «Беҙҙә айыҡ табын, күтәренке рух, ғаиләбеҙ спорт менән дә дуҫ»исемле маҡсатты девиз итеп алған Бикмөхәмәтовтарҙың сығышы барыһына ла оҡшаны.

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

Перечень муниципального имущества СП Тимировский сельсовет МР Бурзянский район Республики Башкортсотан

Перечень муниципального имущества СП Тимировский сельсовет МР Бурзянский район Республики Башкортсотан

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

«Айыҡ байрамдан-сәләмәт тормошҡа» Бикмөхәмәтовтарҙың визит карточкаһы

#Айыҡ ауыл-2019#

#Трезвое село — 2019#

 

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

Уважаемые жители сельского поселения !
В 14-30 часов 10 января 2020 г., в актовом зале администрации муниципального района Бурзянский район РБ, по адресу: с. Старосубхангулово, ул. Ленина 61, будет проводить прием граждан  депутат Государственной Думы Российской Федерации Байгускаров Зариф Закирович, предварительная запись по телефону 3-52-40.
Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

«Быйма «байрамы

#трезвое село — 2019#
#Айыҡ ауыл — 2019#

Йылы быймамды кейеп
Килдем әле клубҡа.
Ауылыбыҙ гөрләп тора,
Байрамдар китте хутҡа,-тип башланып китте мәҙәниәт йорто алдындағы быйма байрамы.Өҫтәлдә самауыр борхоп ҡайнай,күңелле музыка яңғырай.Быймаларын матур итеп биҙәгән бәйгеселәр,быймаларын яҡлап таҡмаҡтарын да әйттеләр,дер һелкетеп бейеп тә алдылар.Балалар ҙа быймаларын бик матур биҙәгәндәр ине.Жюри хаҡлы рәүештә 1-се урынды Айһылыу Алтынбаеваға,2-се урын Фәрҙиә Алтыншинаға,3-ө урын Нәсимә Алтыншинаға бирелде.Ҡалған ҡатнашыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.Төрлө ярыштар үткәрелде,сәй табыны ойошторолдо.

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

7 ғинуар ир-егеттәр өсөн бильярд буйынса ярыш үткәрелде.Унда 4 пар ҡатнашты.Ярыш бик көсөргәнешле барҙы.5 сәғәт буйы барған ярышта И.Ҙүмәров һәм В.Мырҙағолов 1-се,Илнар һәм Ильмир Баймырҙиндар 2-се.Д.Гайсин һәм Ә.Мөхәмәтов 3-сө урындарға лайыҡ булдылар.Ә Д.Ғайсин һәм Ғ.Алтынбаевтар дәртләндереү призына эйә булдылар.
Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

Балаларҙың каникулын күңелле ойоштороу өсөн мәҙәниәт йортонда төрлө саралар үтә.Мөғжизәләр яланы уйыны бик күңелле генә үтеп китте.Йәнһүрәттәргә арнап үткәрелгән был уйында Карина Мөлөкова иң көслөһө тип табылды.

Мәҙәниәт йорто алдында балалар өсөн Етеҙҙәр һәм көслөләр тип аталған күңелле ярыштар үтте.Балалар Көслөләр һәм етеҙҙәр командаһын бүленеп көс ҙынаштылар.Быйма ташлау,туп менән уйындар,түңәрәккә тороп бейеүҙә һәм башҡа ярыштарҙа1 мәрәйгә үтеп Етеҙҙәр командаһы еңде.

Балалар өсөн «Аҡыллы баш» исемләнгән шашка ярышы үтте. Бөтәһе 6 бала ҡатнашты. Беренсе урын Н.Язагулова, икенсе урын А.Ишмырҙин,өсөнсө урын Н.Исәнғазина яуланылар.
5 ғинуар көнө балала өсөн Ҡыш бабайҙа ҡунаҡта исемле һүрәт төшөрөу буйынса конкурс үтте.16 бала ҡыш,Яңы йыл тураһында һүрәтттәр төшөрҙө.Н.Исәнғаҙина,Н.Алтынбаева,ҒИсәнғазина,Ю.Әхмәҙиева ,К Баймөхәмәтоваларҙың һүрәтттәре иң яҡшы баһаға лайыҡ булдылар.Ҡыш бабай береһен дә буш итмәне.Һәр береһенә тәмлекәстәр,бүләктәр таратты.
3 ғинуар,балалар өсөн саф һауала Беҙ алда исемле ярыштар уткәрелде.Улар бер-береһен санала һөйрәп тә,арҡан тартып та,туп тибеп тә ,төрлө ҡыҙыҡлы ярыштарҙа көс һынаштылар.
Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

«Сәй эсәйек бергәләп»

#трезвое село — 2019#
#Айыҡ ауыл — 2019#

Сәй эсәйек бергәләп тип исемләнгән ял кисәһенә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ихлас ҡына йыйылды.Был ял кисәһе сәй темаһына арналғайны.Ниндәй сәйҙәрҙең файҙалы икәнен,уны ҡулланыу тәртибе менән фекер алыштылар ҡатын -ҡыҙҙарыбыҙ.Миннегөл Язағолова төрлө үләндәрҙән киптереп әҙерләгән сәйҙәренән күргәҙмә лә оҡшаны бөтәһенә лә.Ә әҙер сәйенең тәме бигерәк тәмле ине.Сәйҙәр эсеп,гармунға, 80-се йылдар музыкаһына бейеп күңел астылар

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

Балалар өсөн мәҙәниәт йортонда Әкиәт илендә исемле сара үтте.Алтын балыҡ әкиәтен сәхнәләштерҙек.

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий