Ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙары өсөн Оҫта ҡулдар исемле ял кисәһе үтте.Уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәренең ҡул эштәрен дә алып килгәйнеләр.Барыһын да Айһылыу Алтынбаеваның ҡул эштәре хайран итте.Бәйләнгән әйберҙәрҙең ниндәйе генә юҡ.Ойоҡтар,кофталар,шапкалар,ә бәйләнгән күлдәге иҫ китмәле.Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан Фәрҙиә апай Алтыншинаның ҡул эштәре бик матур ине.Тамара Баймырҙина,Нәсимә Алтыншиналарҙың да ҡул эштәре бик күп ине.Ошо әйберҙәрҙән күргәҙмә ойошторолдо.Һуңынан сәй эсеп, бәйләү серҙәрен уртаҡлашып ҡайттылар.

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

2 ғинуар көнө мәҙәниәт йорто алдында Самауыр байрамы үткәрелде.Байрамса биҙәлгән урынғаҡатын-ҡыҙҙар дәррәү йыйылды.Өҫтәлдәрҙә борҡоп самауырҙар ҡайнай,тәм-томдар ҡуйылған.Мәҙәниәт йортоноң эштәр буйынса белгесе Р.Баймырҙина байрамды асып,самауыр тарихы менән таныштырҙы.В.Байрамғолова йыр бүләк итте.Байрамда ҡатнашыусылар үҙҙәренең самауырҙарының тарихы менән таныштырҙы.:62 йыл элек алын4ан самауыр иң олоһо булып сыҡты.Уның хужабикәһе В.Байрамғолова.Ә М.Язағолова ҡәйнәһенән мираҫ булып ҡалған самауырын киләсәктә ҡәйнәһе кеүек буласаҡ килененә ҡалдырасаҡ.70-80 йәшлек инәйҙәребеҙ ҙә бик теләп ҡатнашты.Самауырҙарын да алып килгәндәр ,таҡмағын да әйттеләр.Улар өсөн төрлө ярыштар үткәрелде.Тәмле сәй эсеп,мәҙәниәт йорто алдын геү итеп таралышты улар.

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

Студенттар менән осрашыу беҙҙең традицияға әйләнгән.Быйыл да мәктәп менән берлектә осрашыу үткәрелде.Һәр береһе үҙҙәренең уҡыу йорттары тураһында һөйләне.Ике командаға бүленеп көс һынаштылар.Музыкаль номерҙар,куңелле интермедиялар менән сығыш яһаны беҙҙең студенттар һәм уҡыусылар.Күңелле ярыштар студенттарҙың еңеүе менән тамаланды.Студенттарға һәм уҡыусыларға һаулыҡ ,уҡыуҙарында уңыштар теләйбеҙ.Осрашыу дискотека менән тамамланды.

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

Яңы йыл байрамынан күренештәр

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

Ауыл старостаһы Ғайсин Ғайса Зөлфәр улы ла конкурстан ситтә ҡалманы

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

Боҙ һәм ҡарҙан һындар эшләү конкурсында 3-сө урын Урал округында. Депутаты-Баязитов Мир Рауил улы 

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

Боҙ һәм ҡарҙан һындар эшләү конкурсында округтар араһында 2-се урынды Кепес округы яуланы! Афарин! Депутаты Баймырҙина Илүзә Хәсән ҡыҙы.

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

Боҙ һәм ҡарҙан һындар эшләү конкурсында округтар араһында 1-се урынға Боһондо һәм Тыныслыҡ округтары  лайыҡ булды. 

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

Боҙ һәм ҡарҙан һындар эшләү конкурсында 2-се урын яулаусы Бадамшин Батыр Салауат улы хеҙмәте

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий