1. Лед весной опасен

2. Памятка наводнение

3. Памятка действия в случае угрозы паводка

4. Памятка паводок 1

5. Памятка паводок 2

6. Памятка оттепель и гололед

7. Памятка о мерах безрпасности при сходе снега с крыш

8. Короновирус памятка МЧС 2020

9. Паводок памятка 3

10. Гололед

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

Трезвое село

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

#Айыҡ ауыл#

#Трезвое село#

22 февраль «Урал» физкультура — сәләмәтләндереү комплексында «Ҡыш байрамы» булды. Йолаға әүерелгән был матур сара юғары кимәлдә үтте. Спортты, сәләмәт тормошто үҙ иткән райондаштарыбыҙҙың әүҙемлеген күреү үҙе һөйөнөс. Көрәш, армспорт, гир күтәреү, шахмат, хоккей, арҡан тартышыу, пневматикана атыу һәм билъярдтан ярыштар уҙҙы. Спорт залында ярыштар көсөргәнешле, күп көстө талап итһә, икенсе этажда шахмат һәм билъярд уйындары тыныслыҡта, уйлап эш итеүҙе талап итте. Хоккей ярышынан күрше райондаштарыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы. Һәр ваҡыттағыса әүҙем ҡатнашып торған Баймаҡ һәм Күгәрсен район йәштәре килде. Уйын шул тиклем дәртле, мауыҡтырғыс булды. Киске 8 тиклем дауам иткән уйын бик шәп үтте. Бөтәһе ярыштарҙа 12 ауыл биләмәһе ҡатнашты. Тимер ауылы данын яҡлап барған спортсыларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бына улар:

Мурзагулов Вәғиз һәм Баймурзин Ильнар — 2 се урын (бильярд)

Мухаметов Әнүр- 3-сө урын (көрәш)

Аллабердина Азалия — 3-сө урын(ҡул көрәше)

Ҡолдобаев Фазыл — 1-се урын(пневматик мылтыҡтан атыу)

Алтынбаева Зөлфирә — 1-се урын (ҡул көрәше)

Билалова Лилиә, Ульмасбаева Гөлүзә, Ульмасбаев Илдар, Ульмасбаев Рәфил, Аллабердин Иштуған, Тимеров Ғәзим, Ҡолдобаев Данис, Баймырҙин Ғаян

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

«Ҡышҡы уйындар»

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

Фәһемле осрашыу!

#Айыҡ ауыл 2019#

#Трезвое село 2019#

Тимер мәктәбендә 10 февраль көнө дин әһелдәре, ауыл имамдары менән осрашыу үтте. Улар  Ер йөҙөнөң нисек барлыҡҡа килгәнен, беҙҙең атабыҙ Әҙәм һәм әсәбеҙ Һауа тураһында бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле итеп һөйләнеләр.
Имам хатибтар уҡыусыларға иманлы булырға, тәртип башы – иман икәнен,бер-берегеҙгә яҡшы мөнәсәбәттә булырға бәйән иттеләр. Шулай уҡ халҡыбыҙҙың кәрәкле шәхесе булырға, үҙеңә ышаныс булдырырға, дөрөҫ юл һайларға, тыуған ерҙе һаҡларға, яратырға, бысратмаҫҡа,маҡсат ҡуйып йәшәргә өндәнеләр. Шулай үҙҙәренең сығыштарында эскелек, тәмәке тартыу, наркомания тураһында ла һөйләп үттеләр, бындай насар ғәҙәттәрҙән алыҫ торорға саҡырҙылар. Бик фәһемле, тәрбиәүи әңгәмә! Заманыбыҙҙың ауазы, һәр беребеҙгә  айыҡ, сәләмәт тормошҡа саҡырыу булып яңғыраны был әңгәмә, күңел төпкөлдәрендә ниндәйҙер бер ҡыл ҡыбырлағандыр тип уйлайым. Был фәһемле осрашыуҙар ҡабатланһын, беҙгә тағы ла күберәк белергә тигән ниәт менән киләһе осрашыуҙарҙы көтөп ҡалабыҙ. Артабан был осрашыу Тимер мәсетендә дауам итте.Осрашыуҙа шулай уҡ күп кешеләр ҡатнашлығында саралар үткәргән ваҡытта мәсеттәрҙә янғын хәүефһеҙлеге тураһында һүҙ алып барылды.

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

«Айыҡ байрамдан — сәләмәт тормошҡа» девизы аҫтында үткәрелгән «Йөрәк һүҙе» конкурсы

#трезвое село — 2019#
#Айыҡ ауыл — 2019#
«Айныҡ байрамдан сәләмәт тормошҡа» девизы аҫтында Байназар ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы 15 февраль көнө Байназар ауылы мәҙәниәт йортонда район күләмендә “Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ» темаһына “Йөрәк һүҙе” конкурсы үткәрҙе. 11 ауылдан бөтәһе 20 конкурсант ҡатнашты. Тамашасылар уларҙың сығышынан донъя мәшәҡәттәрен онотоп, моңға, мөхәббәткә, наҙлы йылы һүҙгә һыуһаған күңелдәренең танһығын ҡандырып, мөхәббәтле тормошҡа илһам, дәрт алып ҡайттылар. Барлыҡ конкурсанттар ҙа темаға ярашлы шиғыр һайлағандар: татыу, матур ғаиләләре, бер-береһенә тоғролоғо тураһында, һөйгән йәрҙәренә, балаларына арнап үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын ятланылар. Ғаиләләре менән ҡатнашыусыларҙың сығышын айырым билдәләп киткем килә.Шәмсетдинова Фәилә ҡыҙҙары Нәсимә һәм Нурсилә менән /Нәби/,Ҡарамышева Нәркәс 2 ҡыҙы,улы менән /Әбделмәмбәт/,Үлмәҫбаева Роза ҡыҙы Диана менән /Тимер/, Әнисә Фәтҡуллина ҡыҙҙары менән. Быуындар бәйләнешен күрһәткән һәм бер-береһенә булған һөйөү, ихтирам һүҙҙәрен еткереүселәр Мәһәҙейҙән Ишимова Сәрүәр апай, ҡыҙы Тәслимә, Тәслимәнең ҡыҙы Уралиәнең, Мораҙымдан ағинәй Рәйлә Тимерғәлинаның ҡатнашыуы тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы. Шиғырҙарҙың күңел ҡылдарын тибрәтерлеге лә, йыуатырлығы ла, шатландырырлығы ла булды. Байназар, Әбделмәмбәт һәм Тимер ауылдары хакимиәттәре башлыҡтарына, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларына йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткереп, барыһына ла һаулыҡ, оҙон ғүмер, эштәренең уң булыуын теләйбеҙ!

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

Иғтибар! Иғтибар! Яңы конкурс!

#Айыҡауыл2019

#Трезвоесело2019

Район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының “Айыҡ байрамдан сәләмәт тормошҡа” район конкурсы дауам итә. Февраль айында Байназар ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы был конкурсты дауам итеп,
район күләмендә 15 февраль 15.00. сәғәттә
“Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ” темаһына “Йөрәк һүҙе” конкурсын үткәрә.
Конкурстың положениеһы
I. Ойоштороусы: Байназар ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы.
II. Маҡсаты:
— Мөхәббәтле, тоғро, татыу ғаиләләрҙе, сәләмәт тормошто пропагандалау;
— йәмәғәтселектә башҡорт телен өйрәнеүгә, башҡорт мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт телен
популярлаштырыу, дәүләт теле булараҡ телебеҙҙең ҡулланыу даирәһен үҫтереү;
— ауыл халҡының ял ваҡытын маҡсатлы һәм файҙалы үткәреү.

III. Конкурсты үткәреү шарттары
Бөрйән районында йәшәүсе бөтә ғаиләләр ҙә ҡатнаша ала. Йәш һәм ғаилә составы тулылығында сикләүҙәр юҡ. (Һәр ауылдан ҡатнашыусылар һанын ауылдарҙың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре Байназар ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәниә Солтангәрәй ҡыҙына еткерергә).
1. Һәр ҡатнашыусы башта үҙе менән, әгәр ғаиләһе менән ҡатнашһа, ғаиләһе менән таныштыра, 5 минутлыҡ сығыш әҙерләй, ятлаған шиғырҙарҙың авторын әйтеү мотлаҡ, үҙе ижад иткән шиғырын да ятларға була. Үҙебеҙҙең шағирҙарҙың шиғырын ятлауға өҫтөнлөк бирергә.
2. Конкурста ҡатнашыусыларға Бөрйән ҡатын-ҡыҙҙары төркөмөнә https://vk.com/club145163228 һәм һорауҙарығыҙ булһа, шунда яҙып яуап алырға була.
3. Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә:
I номинация – “Тел оҫтаһы”.
II номинация — «Татыу ғаилә»
III номинация — «Мөхәббәтле ғаилә»
IV номинация – «Тамашасы һөйөүе»
V номинация — “Йыл шиғыры”
VI номинация – «Иң матур йөкмәткеле шиғыр ижад итеүсе»

VII. конкурста ҡатнашыусылар бөтәһе лә дипломдар менән бүләкләнә.
IV. Жюри составы

V. Бүләкләү.

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

Хөрмәтле ауылдаштар!!!

#трезвое село — 2019#
#Айыҡ ауыл — 2019#

21 февраль көнө ауыл мәҙәниәт йорто алдында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә «Ҡышҡы уйындар» исемле  спорт ярыштары үтә. Барлыҡ ауыл халҡын был ярыштарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Программала:

  1. Байрамды асыу
  2. Уйындар
  3. Флешмоб
Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий

#Айыҡауыл2019
#Трезвоесело2019

31 ғинуар көнө ауыл мәҙәниәт йортонда урындағы һәм район хакимиәтенең 2019 йылға отчет йыйылышы үтте. Йыйылышта Ауыл биләмәһе башлығы Ф.С.Ҡолдобаев отчет сығышын тәҡдим итте. Ауылдағы һәр ойошма етәкселәре лә йыллыҡ эштәре тураһында бәйән итте. Ауыл халҡы мәҙәниәт йортоноң авария хәлендә булыуы, мәктәптәге класс бүлмәләренең бәләкәй булыуы, спортзалдың емерек булыуы, халыҡ инициативаһын бойомға ашырыу программаһы нигеҙендә төҙөлгән ФОК-тың әле лә ҡулланыуға тапшырылмауы, юлдарҙың насар булыуы кеүек проблемаларҙы күтәрҙе.  Ф.С.Ҡолдобаев  үҙенең сығышында «Айыҡ ауыл» республика конкурсында әүҙем ҡатнашырға әйҙәне. Етәкселәр һәр һорауға яуап бирҙе, хәл итеп булғандарын хәл итербеҙ, ҡайһы бер проблемаларҙы хәл итеү өсөн аҙыраҡ сабыр итергә тура килер, тиелде.

Рубрика: Без рубрики | Оставить комментарий